Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноября 2019, 06:45

«Локомотив» Европа турнирҙарынан мәхрүм ҡалды

«Локомотив» футболсылары Чемпиондар лигаһының бишенсе турында Германияның «Байер» командаһына 0:2 иҫәбенә еңелеп, бар тиклем өмөтөн юғалтты.

Сөнки улар төп бәйгенең плей-оффынан ғына түгел, Европа лигаһына ла эләкмәне. Ә бит Юрий Семиндың тәрбиәләнеүселәре күпкә өмөт иткәйне.
Был отолоуҙан һуң улар бары өс мәрәй менән үҙ төркөмөндә һуңғы урынды биләй. Ошо уҡ турнирҙа ҡатнашҡан «Зенит» клубының да хәле әллә ни шәптән түгел. Уларға бөгөнгө осрашыуҙа мотлаҡ «Лион»ды алдырырға кәрәк.
Читайте нас