Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ноября 2019, 10:15

«Ағиҙел» 17-се еңеү яуланы

Кисә «Ағиҙел» хоккейсылары Рәсәй беренселегенең сираттағы турында Түбәнге Новгородтың СКИФ клубын ҡабул итте.

Өфө ҡыҙҙары ҡунаҡтар ҡапҡаһына өс яуапһыҙ шайба индереп, 17-се еңеү яуланы. Хәҙер улар ҡумтаһында 51 мәрәй. Йомала «Ағиҙел» уйынсылары «Бирюса» һылыуҙарын ҡабул итәсәк. Красноярск командаһы өфөләрҙән 17 мәрәйгә ҡалышып, турнир таблицаһында өсөнсө баҫҡыста урынлашҡан.
Читайте нас