Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноября 2019, 08:25

Яҡташтарыбыҙ «көмөш»лө булды

Фехтование буйынса Каирҙа уҙған донъя кубогы этабында Рәсәй йыйылма командаһы көмөш миҙал яуланы.

Инна Дериглазова, Лариса Коробейникова һәм яҡташтарыбыҙ Аделина Заһиҙуллина менән Анастасия Иванова составында сығыш яһаған команда финалда Италия һылыуҙарына 42:40 иҫәбенә отолдо. Өсөнсө урынға Франция командаһы сыҡты.
Читайте нас