Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноября 2019, 11:00

Илдар Шафиҡов БР Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе ителде

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп Илдар Шафиҡов тәғәйенләнде. Бының туралағы указға БР башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Белешмә:

Илдар Шафиҡов 1982 йылдың 16 сентябрҙә Кушнарен ауылында тыуған. БДУ, ӨДАТУ тамамлаған.
Эшен 2005 йылда "Башкиргаз" ЯСЙ-һының Үҙәк төбәк буйынса ҡулланыусылар менән эшләү идаралығы юрисконсульты булараҡ башлаған.
2006-2007 йылдарҙа – "Газпром межрегионгаз Өфө" ЯСЙ-һының претензия-иск бүлеге юрисконсульты.
2007-2011 йылдарҙа– "Газпром межрегионгаз Өфө" ЯСЙ-һының претензия-иск бүлеге начальнигы.
2011-2012 йылдарҙа– Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры ярҙамсыһы, ведомствоның административ һәм претензия-иск эше бүлеге начальнигы.
2012-2014 йылдарҙа– Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры урынбаҫары.
2014-2015 йылдарҙа– Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.
2015-2019 йылдарҙа– БР Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Читайте нас