Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноября 2019, 06:55

"Башавтотранс" Сибайҙың Сармат ҡасабаһына кеше ташыясаҡ

Иртәгәнән, 27 ноябрҙән Сибай ҡалаһының яңы 8-се автобус маршрутына "Башавтотранс"тың Сибай АТП-һы автобустары сығасаҡ.

Ул автовокзалдан Сармат ҡасабаһына тиклем һалынған. Маршрут Таусылар проспектын, Зәки Вәлиди, Чайковский, Тасимов, Йәшмә, Энергетиктар урамдарын тоташтырасаҡ.
Туҡталыштар: Автовокзал - Музей - Үҙәк майҙан - "Аструм" ТСК-һы - "Һаҡмар" ТК-һы - Ҡала дауаханаһы - Балалар дауаханаһы - АЗС - Сармат - Тасимов урамы - Юбилей урамы - Энергетиктар урамы - АЗС - Ҡала дауаханаһы - "Һаҡмар" ТК-һы - "Аструм" ТСК-һы - Үҙәк майҙан - Музей - Автовокзал.
Автобустар автовокзалдан иртәнге сәғәт 7-нән хәрәкәт итә башлай, киске сәғәт 9-ҙа туҡтай. Улар яртышар сәғәт һайын йөрөйәсәк.
Читайте нас