Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2019, 11:26

«Шыршы» операцияһы башланды

Рөхсәтһеҙ шыршы, ҡарағай ағастары ҡырҡмағыҙ.

Яңы йыл байрамдары етеүгә лә күп ҡалманы. Өйҙә байрам кәйефен булдырыу өсөн күптәр өйҙәренә шыршы ултырта. Әммә күптәр уны рөхсәтһеҙ урмандан ҡырҡып алып ҡайта.
БР Урман хужалығы министрлығы 31 декабргә тиклем «Шыршы-2019» ведомство-ара оператив-иҫкәртеү операцияһын иғлан итте.
Ул ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау, Яңы йыл шыршыларын әҙерләү, ташыу һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу өсөн уҙғарыла.
Операция барышында урман инспекторҙары эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймау маҡсатында урмандарҙы, шыршы ташыған транспорт сараларын тикшерә. Рөхсәтһеҙ ҡырҡылған шыршыларҙы һатыуға юл ҡуймау өсөн һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сауҙа урындары буйлап рейдтар үткәреү күҙаллана.
Ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ яуаплылыҡ, биш мең һумдан ашыу зыян килтерелгән осраҡта енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға – 3–5 мең, вазифалы кешеләргә —20 – 40 мең, юридик шәхестәргә 200–300 мең һум штраф һалына.
Читайте нас: