Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноября 2019, 14:25

Етегән йондоҙ - 2019

Учалы ҡалаһында шаулап-гөрләп фольклор коллективтарының III фестиваль-конкурсы үтте. Ул быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. «Етегән йондоҙ» тип аталған бәйгелә Гран-приҙы «Әүешкүл йәшмәләре» фольклор ансамбле яуланы (Учалы районы, Иҫке Байрамғол ауылының мәҙәниәт йорто, етәксеһе Әлфиә Ҡорамшина).

Учалы филармонияһының «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле 1-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды (Ғәрифә Кудрявая).
Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан «Аҡ теләк» фольклор ансамбле (Гөлфинә Йомағужина), Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының «Звонница» вокаль ансамбле (Надежда Хәйруллина), Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан «Гүзәлем» халыҡ фольклор ансамбле (Марина Вәлиуллина) 2-се дәрәжә лауреаты тип танылды.
Учалы районы, Иҫке Балбыҡ ауылынан «Йәнбикә» фольклор ансамбле (Гүзәл Йәнбирҙина), Архангель районынан «Ихлас» башҡорт халыҡ инструменттары ансамбле (Наил Ғәниев), Бөрйән районы Килдеғол ауылынан «Умырзая» халыҡ фольклор коллективы (Резида Исхаҡова) 3-сө дәрәжә лауреаттары.
Читайте нас