Бейеү конкурсында утыҙҙан ашыу ҡала һәм район бейеүселәре ҡатнашты.
Уларҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсина етәкләгән абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Конкурстың гран-приһын Туймазы ҡалаһынан "Сәфәр" өлгөлө бейеү ансамбле яуланы (етәкселәре Дамир һәм Әлфиә Ибраһимовтар).
Бүләккә - 100 мең һум аҡса отто улар!