Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноября 2019, 14:55

Әсәйҙәргә һөйөү менән!

Әсәйҙәр көнө айҡанлы 15 ноябрҙән алып 15 декабргә тиклем СТЕНАПРИЗНАНИЙ.РФ Бөтә Рәсәй интернет–акцияһында ҡатнашырға саҡыра (эштәр 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә).



"Әсәйем - иң яҡын кешем" («МАМА – МОЙ ЧЕЛОВЕК №1») лозунгыһы аҫтында социаль селтәрҙәрҙә "әсәйҙәр парады" үтәсәк.
Иң ғәзиз кешеңә бағышланған яҙмаң "парад"та ҡатнашһын өсөн 30 ноябргә тиклем СТЕНАПРИЗНАНИЙ.РФ сайтына инеп, «Написать признание» тигәнгә баҫып, әсәйеңдең һәм үҙеңдең email-адресты күрһәтеп, хис-тойғоларыңды яҙып, әсәйеңдең фотоһын беркетеп, яҙмаңды баҫырға кәрәк.


"Кемгә" тигәндә әсәйегеҙҙең исем-фамилияһын яҙырға онотмағыҙ. Сөнки быйыл әсәйҙәргә сертификат ебәреләсәк, уны принтер аша сығарып, рамкаға ҡуйып, стенаға элергә мөмкин.
Быйыл ошо яҙма эштәр-парад арҡылы ҡайһы төбәктә иң күп бәхетле әсәйҙәр йәшәгәне лә иҫәпләнәсәк.
Читайте нас