– Ир-егеттең эсендә,эйәрле югәнле ат ятыр,тигәндәй.Үҙ ҡулдары менән утын ярыу өсөн ҡорамал эшләп алды әле Әхмәт. Тәүге һынау үткәреп тә ҡараны. «Тимер алыусылар килһә, әйҙә биреп ебәрәйек, тимерең күп бит, аҡса ла кәрәк», – тиеүемә ул: «Үҙебеҙгә кәрәк булыр, аҙаҡтан шул тимерҙе эҙләһәң дә табып булмаҫ», – ти торғайны. Әйткәне раҫ килде. Быйыл үҙ ҡулдары менән тракторына тырма, прицеп эшләп алды һәм бына утын ярғыс. Ҡулы һәр нәмәгә килешеп тора шул, күҙ теймәһен», – ти ҡатыны Миңһылыу иренең уңғанлығына һоҡланып.
Әхмәт Камил улы атаһының нигеҙенә йорт һалып, Ишбирҙе ауылында төпләнеп йәшәй. 21 йәшендә генә өй һалып инә ул. Тәҙрә яғындағы биҙәктәр, тимерҙән семәрләп эшләнгән ҡапҡа – барыһы ла уның ҡулының эше. 14 йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкәнгәлер ҙә нимәгә генә тотонһа ла бер итеп эшләп ҡуя. Үҙенең донъяһын ялт иттереп кенә тотмай, туғандарына ла ярҙам итә. Күптән түгел генә Сибайҙа ҡустыһына йорт төҙөгәндәр.
Ғөмүмән, уларҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше һирәктер, Ҡатыны Миңһылыу менән өс балаға ғүмер биреп, гөрләтеп донъя көтәләр. Ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Әхмәт ҡурайҙа уйнай, Миңһылыу матур йырлай. Бергәләп мәсеткә лә йөрөйҙәр, аят-доғалар өйрәнәләр.
Фотола уңда - ҡорамал хужаһы Әхмәт Юнысов.