Ул В.И.Ленин исемендәге майҙанды биҙәйәсәк. Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, "Горзеленхоз" хеҙмәткәрҙәре урман һылыуҡайын Благовещен районынан килтергән.
Ғәҙәттәгесә Өфөнөң төп Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән урында 14 Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡаршы алған. Улар баш ҡаланың ете биҫтәһенән йыйылған булған. Яңы йыл персонаждары шыршыны үҙҙәренсә баһалап, Өфөгә индерергә фатихаһын биргән. Урман һылыуғайын юл-патрул хеҙмәте кортежы оҙатыуында урамдар буйлап йөрөтөп, Өфө хакимиәте алдындағы майҙанға алып килгәндәр. Бында хороводлы, йырлы-моңло тамаша ҡоролған.
"Горзеленхоз"дың урман хужалығы буйынса идарасы урынбаҫары Зәбир Сафин әйтеүенсә, шыршыны ай ярым элек һайлағандар. Уның бейеклеге 30 метр, йәше 90 йылға етә. Шыршы урынлаштырылғас уны биҙәй башлаясаҡтар,майҙанда иһә боҙ ҡаласығы буласаҡ.