Әлеге ваҡытта Мазовтарҙың ҡайҙа икәнлеген әйтеүсегә 500 мең һумлыҡ аҡсалата һөйөнсө биреләсәк тигәне мәғлүм булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ғаилә 26 октябрҙә ғәйеп булған. Был көндө атай кеше улдары менән йөрөп килергә сыҡҡан һәм эҙһеҙ юғалған. Машиналары бер баҡса ҡаласығында табылған, үҙҙәре тураһында һаман да билдәһеҙ. Өйҙә уларҙы әсәләре һәм өләсәләре көтә.
Артем Мазовтың билдәләре: төҫкә 35 йәш тирәһе, буйы 186 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре һоро. Өҫтөнә ҡара куртка, күк джинсы салбар һәм һоро ботинкалар кейгән.
Илья Мазовтың билдәләре: буйы 138 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле, ирене өҫтөндә уңда миңе бар. Зәңгәр кәпәс, йәшел куртка, һоро джинсы салбар һәм ҡара-күк кроссовкалар кейгән.
Вячеслав Мазов билдәләре: буйы 116 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һары сәсле, һоро күҙле. Зәңгәр кәпәс, ҡара-күк куртка, ҡара джинсы салбар, һоро ботинкалар кейгән.
Мазовтарҙың ҡайҙа икәне мәғлүм булһа, бының турала полицияның яҡындағы бүлегенә хәбәр итегеҙ йәки (347) 279-39-02, (347) 237-19-60, (347) 279-33-85, (347) 279-48-70, 238-02-22, 02 телефондарына шылтыратығыҙ.