Тәүҙә блогерҙар лабораторияны ҡараны. Унда сеймал һөткә анализдар яһала, шул иҫәптән антибиотиктарға тест яһала. Аҙаҡ һөт автоматик режимда ябыҡ торбалар һәм һауыттар аша үтеп эшкәртелә.
Экскурсия һуңында ҡунаҡтар Башҡортостандың Һөт союзы рәйесе, предприятие директоры Илдар Фәйзуллиндан үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ала алды. Бер юлы һөт ризыҡтарын тәмләп ҡарау ҙа үтте.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Һөт союзы "Көнөнә өс һөт ризығы" милли мәғлүмәт проектын тормошҡа ашыра. Ни өсөн тигәндә илебеҙҙә һөт һәм уның ризыҡтарын ҡулланыу РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткәндән 1,5 тапҡырға кәмерәк. Көндәлек ашауға өс һөт ризығы индереү һаулыҡты һаҡлай һәм организмда кальций запасын тулыландыра. Шуныһы ҡыуаныслы - Башҡортостанда һөт ҡулланыу медицина нормаһына яҡын һәм бер кешегә йылына 300 килограмдан аша.