Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2019, 16:33

Башҡортостан өсөн тауыш бир!

Милли спорт премияһына дәғүә иткән Башҡортостаныбыҙ өсөн тауыш биреү бара.

Рәсәй хөкүмәте тарафынан спортсылар, тренерҙар һәм был өлкәләге белгестәрҙең һөнәри эшмәкәрлеген дәртләндереү өсөн булдырылған премияға быйыл дәғүә итеүселәр араһында беҙҙең республиканан тыш Краснодар һәм Красноярск крайҙары бар.
https://www.sport-premia.ru/ сайтында тауыш бирер өсөн тәүҙә электрон почта аша танылырға кәрәк буласаҡ. "Регион России" тигән номинацияла республикабыҙҙың еңеүе өсөн өлөшөгөҙҙө индерегеҙ (Республика Башкортостан – министр молодежной политики и спорта Хабибов Руслан Тагирович).
Бынан тыш лидерҙар исемлегенә Салауат ҡалаһының "Алмас" спорт мәктәбе лә ингән. Уның өсөн тауышты «Спортивный объект России» номинацияһында бирергә мөмкин http://sport-premia.ru/vote2/sportivnyy-obekt-rossii/
Читайте нас