Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноября 2019, 16:49

Юл фажиғәләре - 15 ноябрь

Кисәге Башҡортостан юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән. Ун биш кеше төрлө йәрәхәттәр алған.

Шишмә районында сәғәт ун бер тирәһендә 44 йәшлек ир шәхси автобусы менән (Форд Транзит) «Нива»ны төрттөргән.
Еңел машиналағы 52 йәшлек ир менән 32 йәшлек ҡатын травмалар алған.
Ҡышҡы юлдарҙа йыш ҡына арттан машинаны төрттөрәләр.
Был мәлдә авто саҡ ҡына һуғылғандай тойолһа ла, муйын, билгә зыян килеүе ихтимал, умыртҡала, башта ауыртыуҙар барлыҡҡа килә.
Светофорға туҡтағанда, яңылыш төртөлгәндәрендә зыян әҙерәк булһын өсөн, дөрөҫ ҡуйылған баш терәгескә (подголовник) ныҡ итеп башығыҙҙы терәгеҙ - был һуғылыу көсөн кәметәсәк.
Читайте нас