Осрашыуға республиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.
Лекцияла студенттарҙың социаль көтөүҙәрен тикшереү һөҙөмтәләре, карьера һәм академия траекторияларын төҙөү үҙсәнлектәре, вуздарҙы яңы тамамлаусыларҙың социаль лифттары проблемалары асып һалынасаҡ.
Үткәреү урыны: БДУ-ның төп корпусы. Адресы: З.Вәлиди урамы,32. Төшкө сәғәт 3-тә башлана.
"Мин - профессионал" проекты Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы аша башҡарыла. "Мин - профессионал" олимпиадаһы иһә төрлө һөнәр студенттарына ярҙам итә, уларға илдең алдынғы институт-университетында уҡыуҙы дауам итергә һәм эре компанияла эш башларға булышлыҡ итә.