Бөгөндән республикала пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башланылар. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына сираттан тыш бирелә.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы кеше юллама аласаҡ.
Эксперт советы Башҡортостан һәм Рәсәй маршруттары буйлап пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 131 турҙы һайлап алған. Социаль турҙар исемлеге менән «Социаль туризм порталы»нда танышырға мөмкин. Ял һәм сәйәхәт итергә путевкаларҙы республика , Ҡырым, Сочи санаторийҙарына, илебеҙҙең иҫтәлекле урындарында йөрөргә алырға мөмкин.
Сертификатты алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.