Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноября 2019, 13:30

Дәүләт ипотеканы ҡапларға ярҙам итә

Билдәле булыуынса, өс балалы ғаиләләрҙең ипотека кредиттарын ҡаплауға дәүләт 450 мең аҡса бүлә.

Программа иғлан ителгәндән алып, кредиторҙарҙан дәүләт ярҙамын алыуға 13 мең ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 3 меңенең үтенесе ҡәнәғәтләндерелеп, 1 мең кешегә аҡса күсерелгән. Йыл һайын 63-65 мең ғаилә кредиттарын ҡаплауҙы һорап мөрәжәғәт итәсәк, тип фаразлай белгестәр.
Ғаиләгеҙҙә ике бала икән, өсөнсөһөнә лә урын табылыр. Торлаҡ һатып алғанда түләүҙәрҙә дәүләт үҙе ярҙам итә бит.
Читайте нас