Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2019, 16:23

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

10 ноябрҙә республика юлдарындағы 5 автомобиль аварияһында биш кеше йәрәхәттәр алған.

Стәрлетамаҡ районында киске сәғәт етенселә «Митсубиши Паджеро» менән «Дэу Нексия» һуғылған.
Светофорға туҡтаған «Паджеро»ға Салауат ҡалаһынан 63 йәшлек ир йөрөткән "Нексия" барып төртөлөп, «Нексия»ның 59 йәшлек пассажиры (ҡатын кеше) травмалар алған.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш машина йөрөткән 56 водителде тотҡан.
Читайте нас