Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2019, 06:57

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәне ҡарағыҙ!

Тура тапшырыу иртәнге сәғәт 10-да башланасаҡ.

Уны БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров үткәрәсәк. Кәңәшмәлә БР башҡарма власы, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың төбәк органдары етәкселәре ҡатнаша.


Видео конференцияһында ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, юл-транспорт комплексындағы хәлдәр ҡараласаҡ.


Кәңәшмәлә льготалар менән ҡулланыусыларҙың айырым категорияларына йортҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары үтәлеше, табиптарға күренер өсөн пациенттарға яҙылыу һорауы ла тикшереләсәк.


Шулай уҡ 2019 йылдың 10 айында республиканың федераль программаларҙа ҡатнашыуы һәм 2020 йылға ғаризалар биреүенә йомғаҡ яһаласаҡ.


Сарала 2020 йылға Башҡортостан бюджеты закон проекты тикшереләсәк. Быға шулай уҡ 2021-2022 йылғы план да ингән.




Читайте нас