Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноября 2019, 12:13

20 миллион һумға - матур майҙан

Дәүләт һатып алыуҙары (госзакупки) сайтында баш ҡаланың билдәле майҙанын төҙөкләндереү буйынса проект хаҡы яҙылған.

"Административ биналар идаралығы " компанияһы Совет майҙанын яңыртыу буйынса проект эшләүсегә 20 миллион һум түләйәсәк.


Проектта хәүефһеҙ йәйәүле юлдары, автопарковка, йәшел зона, фонтан, генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл (БР Башлығы Радий Хәбиров башланғысы) урыны, урамды яҡтыртыу, видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырыу, Wi-Fi селтәренә бәйле мәсьәләләр күрһәтелергә тейеш.


Проект-смета документацияһын 2020 йылдың 31 ғинуарына тиклем әҙерләү шарт.


Читайте нас