Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноября 2019, 20:53

"Йөрәк һүҙе" проектын Земфира Байбулдина еңде!

Бер нисә минут элек кенә Өфөләге "Башҡортостан" ДКЗ-һында “Йөрәк һүҙе” телепроекты еңеүселәре асыҡланды.

Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән мәҙәни проект Башҡортостан юлдаш телеканалында барҙы. Шарт буйынса шиғри ярышта тик актерҙар, башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары ғына ҡатнашты. Ни өсөн тигәндә быйыл драма өлкәһендә әҫәрҙәре булған Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнде һәм Рәсәйҙә Театр йылы бара.
"Йөрәк һүҙе-2019" еңеүсеһе тип телевидение алып барыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина билдәләнде! Уға оло бүләк - автомобиль һатып алырға 500 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
Тамашасылар һөйөүе призына радио алып барыусыһы, йырсы Фәрүәз Урманшин лайыҡ булды.
Читайте нас