Кисә "Башҡортостан" ДКЗ-һында Эске эштәр хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙҙы. Унда теге йәки был ҡаҙаныштары өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.
30 кеше үлгәндән һуң Ҡыйыулыҡ орденына лайыҡ булды. Улар араһында быйыл 13 ғинуарҙа Учалыла ҡупҡан ҡанлы фажиғә ҡорбаны, полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтов та булды. Ҡыҙы Ләйсәнгә награданы республиканың эске эштәр министры, полицияның генерал-лейтенанты Роман Деев тапшырҙы.
Орденды һәләк булған майорҙың дуҫтары юллаған. Улар Роман Деевҡа юллама яҙған:
"Ул үлемесле хәүеф аҫтында ла офицер намыҫына тап төшөрмәне, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп яҡындарын һаҡлап алып ҡалды", - тиелгән унда.