Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноября 2019, 09:06

Мәсеткә ут төртөү – кемдең яуыз эше?

4 ноябрҙә Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге «Хәмзә» мәсетендә янғын сыҡҡайны.

Уның икенсе ҡатында 15 квадрат метр майҙанда уҡыу бүлмәләре янды. Янғынды күреп, ваҡытында һүндереү арҡаһында ғына ут башҡа ҡаттарға күсмәгән. Әле янғын сәбәбен полиция тикшерә. Иман йортоноң видеокүҙәтеү ҡоролмалары күрһәтеүенсә, мәсеткә бер кеше ингән булған һәм ут төрткән.
Был бинаны Хәмзә хажи Ғәлләмов үҙене иҫәбенә Никах йорто итеп төҙөткәйне. Әле лә бистә мосолмандары ошо күркәм мәсеткә килеп никах уҡыта.
Читайте нас