Был урын Баймаҡ халҡы өсөн таныш. Унда эргәлә генә ҡала хакимиәте, мәғариф бүлеге, 1-се мәктәп. Заманында бындағы һәйкәлгә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына сәскәләр һала торғайнылар. 2010 йылда иҫтәлекле урын үҙәк майҙанға күсерелде, стела ташландыҡ хәлдә ҡалды. Артындағы биләмәне - ул 1-се мәктәпкә тиклем һуҙылған - ҡуйы шырлыҡ ҡапланы.
Шөкөр, күптән түгел баймаҡтар “Уңайлы ҡала мөхите ” федераль программаһында үҙҙәренең проектын яҡлап сыға алды. Граждандарҙың әүҙем позицияһы икеләтә ҡайтарылды - ташландыҡ урында яңы Еңеү паркы ҡоролдо. Шырлыҡҡа әйләнгән ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡҡандар, урынды таҙартҡандар. Тротуарҙар һалынған, машиналар туҡталҡаһы, өлкәндәргә спорт, балаларға уйын майҙансыҡтары ҡоролған. Мини-футбол уйнау урыны ла булдырылған.