Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноября 2019, 09:36

Өс йылдан буласаҡ уртаса эш хаҡы күләме фаразланды

Башҡортостанда тиҙҙән хеҙмәт хаҡы күренерлек артасаҡ.

Тиҙҙән тигәнебеҙ, өс йылдан. 2022 йылға уртаса айлыҡ күләме 43,5 мең һумға етеүе бик мөмкин икән.


Тап шул күрһәткестәргә ирешеү маҡсаты ҡуйылған.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың 2020 һәм артабанғы ике йылға социаль-иҡтисади үҫеш фараздары барланды.


Шул сарала иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, 2022 йылға реаль аҡсалата килемдең 102,3 процентҡа артыуы ихтимал.


Читайте нас