Бигерәк ышаныусан беҙҙә халыҡ. Муттарҙың тоҙағына эләгеп кенә баралар.
Кисә көндөҙ пенсионерка магазинға китеп барғанда, уны юлда ят ҡатын туҡтатып, хәбәр ҡушҡан.
Һаумы-һау, ти ҙә кит тә бар, ниңә туҡтап тороп хәбәр һатырға?
Ләкин пенсионеркаға аралашыу етмәгәндер, әңгәмә ебен эләктереп алған.
Һөйләшкәндә ят ҡатын бының баш өҫтөнә иғтибар менән текләп ҡарап торған да, ай-һай, һинең баш осоңда "тәре тора" - боҙомдоң билдәһе бит был, тигән.
Пенсионер ҡатын ҡурҡып киткән!
Быны күргән бисәкәй һүҙен ышаныслы дауам иткән: "Шуға яҡындарың да, тәү сиратта балаларың, ыҙалай!"
Оло ҡатын тамам башын юғалтҡан. Боҙомдан ҡотолдорам, тигән һүҙенә ышанып, кәрәкле әйберҙәр алырға өйөнә йүгергән. Уға ят бисәкәйҙең әхирәте лә эйәргән.
Боҙомдан ҡотолоу өсөн ниндәй "кәрәкле әйберҙәр" талап ителгәнен белмәһәгеҙ, хәҙер белеп ҡуйығыҙ: һыу, икмәк һәм өйҙә булған бөтә аҡсалар (баҡыр тиндәр түгел, купюралар).
Пенсионер ҡатын һыу һәм икмәкте, өйҙә булған аҡсаларҙы ғына сығарып бирһә бер хәл.
Юҡ, ул яҡындағы банк бүлексәһенә барып, иҫәптән бөтә аҡсаһын алған. "Дауалаусы"һына шуларҙы тотторған.
Уныһы аҡсаны ҡара пакетҡа һалып төрнәп, әпсен-төпсөнөн уҡыштырып, кире биргән: "Бер тәүлек буйына ыштубы ла пакетты асма! Юғиһә, ҡара уны!"
Ярҙамдары өсөн күҙ йәштәрен түгеп, рәхмәттәр уҡып, ҡатын улар менән һаубуллашҡан.
Тик ҡайһы ҡатын бер тәүлек буйына серле пакетты асмай түҙһен?
Был ҡатын да түҙмәгән. Өйөнә кире инеү менән асып ҡараған. Ә унда... аҡсалары түгел, ҡуҡыш урынына ҡырҡылған гәзит биттәре ятҡан.
Әле бурбисәләрҙең фотороботы эшләнгән, енәйәт эше асылған. Моғайын да, тотолорҙар.
Ә пенсионер ҡатын йәл... Уға боҙомдан түгел, балаларса бер ҡатлылыҡтан ҡотолорға кәрәк ине...