Владимир Путин был күргәҙмәнән бик тәьҫирләнде, буғай. Шулай булмай ни, ул бит һуғыш тураһында.
Экспозиция бер нисә бүлектән тора. Атамалары уҡ уйланырға, хатта күҙҙәрҙе йәшләнергә мәжбүр итә кеүек: «Память истории», «Салют Победы», «Слава павшим героям», «За отвагу!».
Президентты Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй Патриархы Кирилл, мәҙәниәт министры Владимир Мединский, Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм башҡа рәсми, дини кешеләр оҙатып йөрөнө.
Күргәҙмәгә 150 эш ҡуйылған. Уларҙа - 1940 - 2010 йылдарҙа яҡтыртылған һуғыш темаһы. Бында илдең 34 ҡалаһынан 42 музей экспонаты урынлаштырылған.