Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноября 2019, 11:15

Башҡортостандың иң өлкән почта хеҙмәткәренә 99 йәш тулды

Ошо көндәрҙә Федоровка районында йәшәүсе Анисия Камышлова 99 йәшен билдәләне.

Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте секретары Борис Слуцкий әйтеүенсә, Федоровка ауылында Анисия Матвеевна Камышлова республиканың иң өлкән почта хеҙмәткәре булып тора. Ул Бөйөк Ватан һуғышында 1817-се зенит-артиллерия полкы сафында телефон элемтәһе тәьмин иткән. Батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Еңеүҙе хәрби посында ҡаршы алған,
Анисия Матвеевна тыныс тормошта ла һынатмаған. 60 йылдан ашыу элек район элемтә контораһы почта таратыусыһы булып эшкә төшә. Унан һуң район элемтә үҙәгенең күсереү бүлеге операторы вазифаһын үтәй. Шулай итеп почта һөнәренә 20 йыл ғүмерен бирә.
Иң өлкән почта хеҙмәткәрен Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ветерандар советы рәйесе Андрей Ширяев, һөнәрҙәштәре һәм журналистар килеп тәбрикләне.
Читайте нас