Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноября 2019, 14:06

Ҡайҙа ла күҙ-ҡолаҡ кәрәк

Благовар районында 26 йәшлек егет машина урлап маташҡан.

Языково ауылында төн уртаһында бер ир машинаһын йылытырға ҡабыҙған да, үҙе бинаға ингән.
Унда биш минут булғанмы-юҡмы, кире сыҡҡан. Ә сығыуына иномаркаһынан елдәр иҫкән.
Ҡото осоп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән.
Күп тә үтмәй ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаны табып туҡтатҡан.
Иҫерек егеткә бер юлы ике протокол төҙөлгән һәм енәйәт эше асылған.
Бынан ары иномарка хужаһы машинаһынан күҙ ҙә яҙлыҡтырмаҫ инде.
Иглин районында ла "Хундай Солярис"ты урлап алып ҡасҡан ирҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тотҡан.
Машинаның хужабикәһе асҡысты салонда ҡалдырған булған. Иҫерек ауылдашы уны хәҙер аҡылға ултыртты.
Нуриман районында иһә таң менән 17 йәшлек студент ауылдашының ВАЗ машинаһын урлап, уны төкөткән дә, юлда бәреп киткән.
Машинаның хужаһы гараждан автомобилдең юғалыуын хәбәр иткәс, оператив-тикшереү төркөмө ВАЗ-ды эҙләп тапҡан. Һуңынан машинаны ҡыуған кешене лә асыҡлағандар.
Иҫерек студент, гараждың ишеге асыҡ булғас, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, инеп ҡараған. Унда машина бикһеҙ торған, асҡыс та шунда уҡ ятҡан.
Урлар өсөн бөтөн шарттар тыуҙырылған, шулай түгелме?
Читайте нас