Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Ноября 2019, 09:57

Ни сыҡһа ла - эскелектән

Белорет районының эске эштәр бүлегенә дауахананан туҡмалған 51 йәшлек ҡатындың медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеүе тураһында хәбәр итәләр.

Ҡатындың аңлатыуынса, уны ире туҡмай.
Эштән һуң өйөнә ҡайтҡас, ул хужалыҡ эштәре менән булышҡан. Өйҙә шәкәр юҡлығын белгәс, бурысҡа алып торорға күршеләренә барған.
Был ваҡытта уның эскән 56 йәшлек ире өйҙә булған. Ҡатыны өйҙән сығып китеү менән ул эстән ишекте элгән.
Күршеләренән ҡайтҡас, ҡатын өйөнә инә алмай ҡаңғырған. Саҡҡа ингәс, ире менән талаш башланған. Ир ҡатынына йоҙроҡлап һуҡҡан-һуҡҡан да, өйҙән сығып киткән.
Ҡатын йоҡларға ятҡан, ә иртән хәле ауырайғас, дауаханаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Уның иренә ҡарата енәйәт эше асылған (РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 1 бүлеге буйынса "Һаулыҡҡа аңлы рәүештә ауыр зыян килтереү"
Читайте нас