Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2019, 10:49

Иртәгәнән нимә үҙгәрә?

Ноябрь башланыу менән беҙҙең илдә бер нисә яңы ҡағиҙә, закон үҙ көсөнә инә.

Суверен интернет


1 ноябрҙән Рәсәйҙә бойондороҡһоҙ интернет тураһында Закон үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, илдең бөтә территорияһында ҡабатланған резерв инфраструктураһы булдырыу ҡаралған. Был ситтән килгән хәүеф йә башҡа осраҡтарҙа дөйөм Селтәрҙең (интернет) Рәсәй бүлегенең өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Роскомнадзор беҙҙең интернеттың тулы ҡеүәттә эшләүен контролләйәсәк.

Микрокредиттарҙы сикләү

Ноябрь башынан микрокредит биреүсе ойошмаларға займды торлаҡты залогҡа алып биреүҙе тыйыу рәсми рәүештә индерелә. Өлөшләтә мөлкәт тә, төҙөлөп ятҡан торлаҡ та залог була алмай. Шуныһы ла бар: микрокредит ойошмаһының акционеры йә учредителе Рәсәй Федерацияһы булған осраҡта, торлаҡ залогы була ала.
Ә торлаҡ булмаған күсемһеҙ милекте залогҡа һалырға ярай.

Турагентлыҡтар дини турға ҡыҫылмай

1 ноябрҙән туристик агентлыҡтарға ғибәҙәт, хаж өсөн тур, сәйәхәт ойоштороу тыйыла. Быны бары дини ойошмалар ғына эшләй ала.

Тахографтар

Яңы айҙан йөк автомашиналарына тахограф урынлаштырыу мотлаҡ буласаҡ. Был ҡулланған автомобиле 3,5 тоннанан ауыр тартҡан физик шәхестәргә лә ҡағыла.


Читайте нас