Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2019, 11:57

"Хәйбуллала татлы байрам уҙҙы"

тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Ғафарова-Байгилдина:

Бауырһаҡ, сәк-сәк, урама, лоҡом, ҡош теле... Баллы, шәкәрле, ҡуйыртылған һөтлө... Мәкле, сәскәле... Ҡуштау, ҡурай, тирмә, иләү формаһындағы һәм башҡалар. Былар барыһы ла Әбеш ауылы биләмәһе ҡатын ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған “Сәк-сәк” байрамы хаҡында.
Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары көҙ мәшәҡәттәр күплегенә лә һылтанмай, дәррәү ҡатнашып, иҫ киткес матур байрам ойошторҙо. Бында, әлбиттә, биләмәнең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе фельдшер Рәйсә Күскилдина менән Бәләкәй Арыҫланғол ауыл мәҙәниәт йорто ойоштороусыһы Гөлназ Суринаның эш һөҙөмтәһе һәм биләмә башлығы Таһир Юнысовтың һәр башланғысты күтәреп ала белеүе. Биләмәгә ҡараған биш ауылдың уңғандары бешереп алып килгән был татлы милли ризыҡ төрлөлөгө менән хайран итте.
Ҙур Арыҫланғол ауылы уңғандары, мәҫәлән, бауырһаҡтың һәр төрөн бешерергә тырышҡан. Һаҡмар-наҙарғолдар туй сәк-сәген айырым нәзәкәтлек менән биҙәгән. Бәләкәй Арыҫланғолдыҡылар (вәзәмдәр) милли ризыҡҡа милли мәғәнә һалырға тырышҡан, ҡурай, тирмәләр формаһындағы сәк-сәк әҙерләгән. Әбештәр өҫтәлендәге сәк-сәктәр рецепт төрлөлөгө менән айырылып торҙо, бал менән генә түгел, ҡуйыртылған һөт тә ҡулланып эшләгәндәр. Ә инде үрнәктәр үҙҙәрен юҡҡа ғына “Бер йәшлектә,бер ҡартлыҡта” тип атамаған, был ауылдан ҡатнашыусылар 70 йәште үткән ил инәләре. Үҙҙәрене ғүмер буйы оҙата килгән боронғоса рецепт менән бешергәндәр бауырһаҡты.
Байрам йыр-моңға үрелеп барҙы. Конкурс булғас еңеүсене лә билдәләргә кәрәк. Ысын күңелдән әйтәм, билдәләү еңел булманы. Һәр ҡатнашыусы нимәһе менәндер уникаль ине.
Беренсе урында - бәләкәй арыҫланғолдар, икенсе урында-ҙур арыҫланғолдар һәм һаҡмар-наҙарғолдар, өсөнсөлә – әбештәр менән үрнәктәр.
Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм биләмә башлығының бүләктәре һәр ҡатнашыусыға бирелде.
Татлы байрам күмәкләп әҙерләгән мул сәй табынында дауам итте. Оҫтабикәләр бешереү серҙәре менән бүлеште, бер-береһенең рецептары менән танышты.
Читайте нас