

Журналистар бөгөн ручка менән блокноттарын боксер бирсәткәләренә алмаштырҙы. Билдәле спортсы төрлө алымдар күрһәтте, ҡунаҡтар ҙа үҙҙәрен ысын рингтағы кеүек тойҙо.
Әйткәндәй, 24 апрелдә Көрәш һарайында ҙур спорт байрамы үтә. Рингта 16 бокссы көс һынашасаҡ. Башҡортостандан 4 яҡташыбыҙ – Артур Собханҡолов, Данис Ғабдрафиҡов, Азалиә Әминева һәм Бекхан Исраилов өсөн көйәсәкбеҙ. Бокс кисенә рәхим итегеҙ!