Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Август , 12:25

Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында спорт майҙансығы төҙөлгән

***

Йылайыр районының Матрай ауылында туғыҙ айға яҡын заманса “Гермес” спорт майҙансығы уңышлы эшләп килә. Объект 2023 йылдың ноябрендә урындағы мәктәп биләмәһендә, “Тыуған ауылда спорт” проекты буйынса Башҡортостан Башлығының Грант фонды аҡсаһына асылған. Яңыртылған “Гермес” урам спорт комплексы ауыл балаларына һәм үҫмерҙәренә спорт менән әүҙем шөғөлләнеү мөмкинлеге бирҙе, ти урындағы халыҡ. Әгәр элегерәк улар дәрестәр тамамланыу менән мәктәптән ҡайтыу яғын ҡараһа, хәҙер инде, киреһенсә, өйҙәренә таралырға ашыҡмайҙар. Хәйер, дәрестән һуң ғына түгел, тәнәфестә лә спорт майҙансығында шат тауыштар тынмай, кемдер турникта күтәрелә, кемдер баскетбол уйнай йәки махсус япма менән ҡапланған юлдан йүгерә.

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов әйтеүенсә, улар бала саҡта бындай мөм­кинлек булмаған. Ә хәҙер йәш быуын сәләмәт, көслө булып үҫһен өсөн дәүләттең барыһын да эшләүен билдәләне:
– Ауыл өсөн бик кәрәкле был спорт майҙансығы Башҡор­тостан Башлығы гранты ярҙамы менән барлыҡҡа килде. Мин үҙем ошо уҡыу йортонда белем алдым, ул саҡтағы хәлдәр ме­нән хәҙергеһен сағыштыра алам. Бөгөнгө балалар өсөн шатмын. Башҡа күп ҡы­ҙыҡлы проект йәш быуынға киләсәккә йүнәлеш алыу, тормошта үҙ урындарын табыу мөмкинлеге бирә. Был бик мө­һим. Беҙгә үҙебеҙҙе формала тоторға кә­рәк. Был хаҡта Йылайыр балаларына эш сәфәре менән кил­гәндә Башҡортостандың Волейбол федерацияһы директоры Сергей Кирпичников та әйт­кәйне. Ул бүләккә туптар тап­шырҙы, көслө, етеҙ, маҡсатлы булырға өндәне. Яңыртылған спорт май­ҙансығында буласаҡ ил һәм донъя чемпиондары шөғөлләнһә ине. Шулай уҡ Матрай мәктәбе би­ләмәһендә хоккей  майҙансығы булдырылды. Ошондай уҡ каток Юлдыбай һәм Ис­ҡужа ауылында ла эшләнде. Ис­ҡу­жаның үҙ хоккей клубы ла бар. 
Команда был спорт төрө буйынса бер нисә тапҡыр төбәк, район-ара, зона ярыштарында ҡатнашып өлгөргән. Быйыл улар Әбйәлил районында үткән зона турнирында икенсе урын­ды яуланы. Үҙҙәре лә ярыштар ойоштора: Исҡужа боҙонда Салауат, Сибай ҡалаларынан, Кү­гәрсен һәм башҡа райондарҙан килгән ҡунаҡтар үҙ көсөн һы­нап ҡараған. Ә “Исҡужа” ко­мандаһына 2022 йылда Йылайыр районы ха­ки­миәте хоккей экипировкаһы һатып алған. Команда составында 16 йәштән 40 йәшкә тиклемге спортсылар бар. Яҡын киләсәккә ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған хоккей ко­мандаһы булдырырға ла йыйына исҡужалар.
Бынан тыш, йылайырҙарҙың ГТО нормативтарын тапшы­рыуҙа әүҙем ҡатнашыуы ла иғтибарға лайыҡ. Улар өсөн 2022 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт гимна­зияһы биләмә­һендә “Спорт – йәшәү нормаһы” милли проекты буйынса спорт майҙан­сығы асылған.
Башҡортостан Башлығы Ра­дий Хәбиров быйыл февралдә Физик культура һәм спортты үҫтереү советы ултырышында республикала спорт инфра­струк­тураһын тө­ҙөүгә һәм үҫте­реүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләгәйне. Йылайыр халҡы был иғтибарҙы һәм ярҙамды тоя. Балаларҙың ғына түгел, ур­та һәм оло быуын кешеләренең дә сәләмәтлеген ҡайғыртҡаны, ялдарҙы ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн мөмкинлек биргәне өсөн улар республика етәксеһенә рәх­мәтле.

Ейәнсуралар сәләмәт
тормош яҡлы

Районда Республика Башлығы ярҙамы менән 2021 – 2023 йыл­дарҙа төрлө йәш категорияһына иҫәпләнгән ете спорт майҙан­сығы төҙөлгән.   
Иҫәнғол ауылы халҡы өсөн «Дуҫ­лыҡ» паркындағы күп функциялы спорт майҙансығы эш­ләй. Унда заманса йыһазлан­дырылған ГТО биләмәһе менән скейт-майҙан да бар. Иҙелбәк ауылында күп функциялы спорт зонаһы барлыҡҡа килде, ул “Йәштәр” паркында урынлаш­ҡан. Таҙлар, Күгәрсен ауылдарында ла шундай уҡ зоналар эшләй. Арсен ауы­лының фигуралы шыуыу һәм хоккей һө­йөүсе спортсыларына боҙ май­ҙансығы булдырылды. Уларҙа балалар спорт донъяһы менән таныша, ә оло йәштәге ауыл халҡы һаулығын нығыта. 
Ейәнсура районы хаки­миә­те­нең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлек белгесе Рубин Мөхә­мәтйәнов әйте­үенсә, асыҡ һауалағы спорт объекттары өсөн проекттар халыҡ­тың те­ләген иҫәпкә алып эш­ләнгән. Йәш быуынға кү­мәкләп кү­некмә яһарлыҡ, бер-береһе менән ярышырлыҡ урындар кәрәк.
– Спорт объекттары сафҡа инеү менән райондың үҫмер­ҙәре һәм егеттәре шунда уҡ спорт менән шөғөлләнә башланы. Быға тиклем дә улар сә­ләмәт тормошҡа битараф бул­маған, әммә заманса йыһаз­ландырылған майҙансыҡ­тар барлыҡҡа килгәс, йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы тағы ла артты. Төрлө йәштәге балалар баскетбол, волейбол, футбол уйнай. Ҡайһы берәүҙәр махсус юлдан парк тирәләй йүгерә, икенселәр турникта, бруста шөғөлләнә. Ҡыш көнө йәштәр, әлбиттә, хоккейға, саңғыла йөрөүгә өҫтөнлөк бирә. Бер урында төрлө спорт төрө менән шө­ғөлләнә алыу уңайлы. Районда кикбоксинг, баскетбол, волейбол һәм башҡа популяр төрҙәр буйынса ярыштарҙа ҡат­нашып, чемпион исемен яулаусылар ҙа етерлек. Ҡыҫҡаһы, йәштәр райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнаша, – ти Рубин Илмир улы.
“Ауыл тренеры” республика программаһында ҡатнашыу­сы­лар йәш спортсылар менән әүҙем шөғөлләнә. Ейәнсурала улар етәү. Руслан Хөсәйенов (волейбол), Фәнис Сөләймәнов (бас­кетбол), Анзор Сарлыбаев (регби), Сергей Завалихин ме­нән Алина Татлыбаевалар (йөҙөү) программала ҡатнашты. Улар Иҫәнғолда эш­ләй. Ә Иҙел­бәк ауылында бала­ларға көрәш серҙәрен Денис Дәүләтбәков өйрәтә. Рәфис Ғай­син Муйнаҡ ауылындағы бала­ларҙы милли спорт төрө буйынса өйрәткән. Әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операцияла. Тәрбиә­ләнеүселәре яугирҙың еңеү менән ҡайтыуын түҙем­һеҙләнеп көтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Баш­ҡор­тостанда “Ауыл тренеры” про­граммаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан бер миллион һумға тиклем артты. Ә быйыл “Ҡала тренеры” программаһын ғәмәлгә ашырыу башланды.
– Беҙ республика етәксе­ле­генә һәм Башҡортостан Баш­лығы Радий Фәрит улы Хә­бировҡа ауыл биләмәләре өсөн ошондай мөһим объект­тарҙы сафҡа индереүҙәре, “Ауыл тренеры” программаһын бул­ды­рыуҙары өсөн рәхмәтлебеҙ. Улар йәш быуынға үҙ һаулығын хәстәрләргә, көслө булырға, илһөйәр, чемпион булып үҫергә ярҙам итә. Беҙҙең райондағы кеүек заманса спорт майҙан­сыҡтары республиканың башҡа  ауыл-ҡалаларында ла барлыҡ­ҡа кил­һен. Тиҙҙән Иҙәш һәм Яңыбай ауылдарында спорт майҙан­сыҡтары төҙөү ҡаралған – унда балалар күп. Улар спорт­ты ярата һәм тиҙҙән шөғөл­ләнергә махсус урын булыр, тип өмөт­ләнәбеҙ, – тине Рубин Мөхәмәт­йәнов.
– Беҙ инфраструктураға ҙур аҡса һалабыҙ – яңы спорт объекттары һәм майҙандары тө­ҙөй­бөҙ. Уларҙы нисек һөҙөмтәле эшләтеү тураһында уйлау кә­рәк. Һәм һәр бала үҙенә ҡыҙыҡ­лы спорт төрө менән шөғөлләнә алһын, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ.
Шунда уҡ төбәк етәксеһе,  Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге  Үҫеш стратегияһына ярашлы, муниципалитет­тар­ҙағы спорт объекттарын модернизациялау буйынса тәҡ­дим­дәр ин­дерергә ҡушты һәм төҙөлгән объекттарҙа балалар спорт ме­нән бушлай шөғөл­ләнергә тейеш, тип билдәләне.
– Беҙ республика район­да­рын­да спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мө­һим – бөйөк спортсылар унда тыуа. Бушлай шөғөлләнеү мөм­кинлеген дә бирергә кәрәк. Би­герәк тә килеме аҙ булған, түләү мөмкинлеге булмаған ғаиләләр өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Уҙған биш йылдың һөҙөмтә­ләренән күренеүенсә, Башҡор­тостан сафҡа индерелгән спорт объекттары һаны буйынса ал­дынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Әле республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Шулай итеп, беҙҙең төбәк спорт объекттары һаны буйынса Мәс­кәүҙән ҡала икенсе урында тора.

Г. ҠЫУАТОВА әҙерләне.

– Беҙ инфраструктураға ҙур аҡса һалабыҙ – яңы спорт объекттары һәм майҙандары тө­ҙөй­бөҙ. Уларҙы нисек һөҙөмтәле эшләтеү тураһында уйлау кә­рәк. Һәм һәр бала үҙенә ҡыҙыҡ­лы спорт төрө менән шөғөлләнә алһын, — тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был мәсьәләне хәл итергә тейешбеҙ.
Шунда уҡ төбәк етәксеһе,  Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге  Үҫеш стратегияһына ярашлы, муниципалитет­тар­ҙағы спорт объекттарын модернизациялау буйынса тәҡ­дим­дәр индерергә ҡушты һәм төҙөлгән объекттарҙа балалар спорт менән бушлай шөғөл­ләнергә тейеш, тип билдәләне.
– Беҙ республика район­да­рын­да спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мө­һим – бөйөк спортсылар унда тыуа. Бушлай шөғөлләнеү мөм­кинлеген дә бирергә кәрәк. Би­герәк тә килеме аҙ булған, түләү мөмкинлеге булмаған ғаиләләр өсөн, – тине Радий Хәбиров.
Уҙған биш йылдың һөҙөмтә­ләренән күренеүенсә, Башҡор­тостан сафҡа индерелгән спорт объекттары һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Әле республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә. Шулай итеп, беҙҙең төбәк спорт объекттары һаны буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урында тора.

Читайте нас: