Әбйәлил районының Әбделмәмбәт дөйөм белем биреү мәктәбендә тырыш, әүҙем уҡыусылар белем ала. Йыл буйына район, республика, Бөтә Рәсәй күләмендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар. Мәктәп директоры Илдар Ғибәҙәтов, уҡыу йылына йомғаҡ яһап, уҡыусыларҙы уңыштары менән тәбрикләгәндә "Шәп спортсы" номинацияһын яулаған Айваз Миндийәровты ла ҡотланы. Мәхмүт ауылында йәшәгән 14 йәшлек Айваз Миндийәров, ГТО ("Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!") буйынса республика йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ, былтыр республика намыҫын яҡлап "Артек"та ла булып ҡайтты.
– Айваздың ошондай һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә физкультура уҡытыусыһы Фәизйән Тайсин күп көс һалды, – ти уҡытыусылары. – Ата-әсәһенең дә ҡанатландырып, дәртләндереп тороуы – ҡыуаныс!
Бала сағынан спорт менән дуҫ булған Айваз ныҡышмал, етди холоҡло. Аҡыллы, көслө үҫмер яҡшы уҡый, мәктәп фәндәренән айырыуса математиканы үҙ итә.
Шөкөр, уның кеүек шәп балалар һәм өлкәндәр өсөн республикала спорт менән шөғөлләнергә бөтә шарт та бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!" комплексын үҫтереү өсөн өс йыл элек үк йөкләмә әҙерләргә ҡушҡайны. 2021 йылда уҡ ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 21,7 миллион һум субсидия бүленеп, һәр муниципалитетҡа 69 мобиль спорт ҡорамалы комплекты һатып алынды.
– 2021 йылда Әбйәлил районында ГТО майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды, – тип һөйләй балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов. – Спорт майҙансығы "Уңыш" стадионында урынлашҡан. Майҙансыҡта бөтәһе 26 урам тренажеры бар. Спорт объектында бер юлы 52 кеше шөғөлләнә ала. Майҙансыҡҡа көнөнә уртаса 200 кеше килә, ул бер ҡасан да буш тормай. Районда 2017 йылдан алып 2024 йылдың беренсе кварталына тиклем ГТО АИС-ында бөтәһе 14949 кеше (халыҡ иҫәбенән 37,52%) теркәлгән, шуларҙан 8067 кеше ГТО нормативтарын үтәүҙә ҡатнашҡан. Бөтәһе 6468 кеше “иң яҡшы” билдәһенә нормативтарҙы үтәгән. 2024 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса Әбйәлил районы республикала 17-се урынды биләй. Өлкән быуын кешеләре өсөн районда "ГТО 60+" фестивале үткәрелә, ә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн "ГТОшка-крошка" фестивале уҙғарыла. Райондың сығарылыш уҡыусылары ГТО нормативтарын һынап ҡарауҙа әүҙем ҡатнаша, отчет осоронда 123 уҡыусы ГТО нормативтарын уңышлы үтәгән.
Иң кесе ҡатнашыусыларға алты йәш булһа, иң ололар – Рәүф Шөғөров (75 йәш) менән Клара Абдуллина (77 йәш). Фестивалдә йүгереү-һикереү буйынса тәүге рекордтарға ынтылған алты йәшлек балалар ҙа, республика намыҫын ил кимәлендә лайыҡлы яҡлаған Айваз кеүек үҫмерҙәр ҙә, ҡартлыҡҡа бирешмәй, йәштәр менән бер тигеҙ нормативтарҙы үтәгән пенсионерҙар ҙа әүҙем, сәләмәт тормош алып барып, барыһына ла яҡшы өлгө күрһәтә. Ә һеҙ ГТО нормативтарын тапшырҙығыҙмы?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!" комплексын үҫтереү өсөн өс йыл элек үк йөкләмә әҙерләргә ҡушҡайны. 2021 йылда уҡ ошо маҡсатҡа төбәк бюджетынан 21,7 миллион һум субсидия бүленеп, һәр муниципалитетҡа 69 мобиль спорт ҡорамалы комплекты һатып алынды.
Б. ШӘРИПОВА.