“Салауат Юлаев” командаһы тәүге осрашыуын Ҡаҙағстан боҙонда “Барыс” командаһы менән уҙғарҙы. Беҙҙекеләр ялдан дәртләнеп сыҡҡан, ахыры: уйындың тәүге минутында уҡ уҡтай дәғүәсе ҡапҡаһына ябырылды. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – Александр Хмелевский тәүге шайбаны индереп тә ҡуйҙы.
Икенсе миҙгелде беҙҙекеләр күпселектә башланы. Вячеслав Лещенко менән Михаил Науменков биргән пасты Владислав Ефремов һә тигәнсә ҡаҙаҡтарҙың ҡапҡаһына сойорғотто. Уйындың 45-се минутында Шмелев менән Хафизуллин биргән шайбаны Шаров та оҫта ғына Паскаленың ҡапҡаһына елләне.
Бөтәһе лә беҙ теләгәнсә барған кеүек ине лә... Хужалар һис тә өфөләргә бирешергә теләмәнеме әллә юлаевсылар, еңеү беҙҙә, тип тынысландымы, 3:0 иҫәбенә еңеп барғанда, “ҡаҙаҡтар” Гайтамиров менән Оберг ике тапҡыр өфөләрҙең ҡапҡаһын “сылатты”. Самонов һалҡын ҡанлы – бар көсөн һалып, иҫәпте тигеҙләргә бирмәне. Уйын беҙҙең файҙаға – 3:2!
Тәүге осрашыуҙағы тәүге еңеү хоккейсыларҙы ла, көйәрмәндәрҙе лә дәртләндерҙе. Шуға күрше Екатеринбургтың “Автомобилист” командаһын беҙҙең егеттәр еңел генә еңер кеүек тойолғайны. Әлеге лә баяғы тәртип яғы был юлы ла аҡһаны. Әүҙем генә башланған уйын боҙолдо.
Владислав Ефремовтың Алексей Махеевты йығып, штраф эскәмйәһенә ултырыуы булды, Григорий Панин шайбаны яңылыш Анатолий Голышевҡа бирҙе. Ул инде бындай көтөлмәгән “бүләк”те беҙҙең ҡапҡасыға бүләк итте. Урал егеттәре был голдан һуң дәртләнеберәк уйнарға тотондо. Беҙҙекеләр әҙме-күпме уйынды тигеҙләне. Сергей Шмелев күпселекте файҙаланып, гол индерҙе. Михаил Науменков Степан Хрипуновты этеп, ярты минуттан Евгений Тимкин менән штраф эскәмйәһенә эләкте. Ҡапҡасы Александр Самонов менән боҙҙағы егеттәр хәлдәренән килгәнсә тырышты. Күпселектә саҡта Хмелевский Алексей Пустозеровҡа биргән пасты уныһы файҙалана алманы.
Өфөләр күпме генә алға бармаһын, күршеләр уйын теҙгенен ныҡлы тотто. Өсөнсө миҙгел башланғас, беҙҙекеләр йәнә яңылышты. Панин борт янында көрәшкәндә ҡапҡабыҙ эргәһендәге Василевский Сергей Широковтағы шайбаны тартып алмай, китеүе булды, уныһы Голышевҡа пас биргәйне, икенсе шайбаны индереп, еңеүҙе беҙҙән тартып алды.
Екатеринбургтағы осрашыу, беҙҙекеләр тырышыуға ҡарамаҫтан, 2:1 иҫәбенә тамамланды. Әлеге лә баяғы дисциплина аҡһауы арҡаһында күршеләр күпселектә иҫәпте асыуға өлгәште.
Уйын уртаһында дәғүәселәр боҙҙа өсәү генә ҡалғас, беҙҙекеләр иҫәпте тигеҙләне. Өсөнсө миҙгелдә иһә Широков менән Голышевтың оҫта комбинацияһы хужаларға еңеү килтерҙе.
6 сентябрҙә юлаевсылар ҡабат КХЛ-ға ҡайтҡан “Лада”ға ҡунаҡҡа барҙы. Бында ла Хмелевский һынатманы. Тәүге миҙгелдә ул Михаил Науменков биргән шайба менән иҫәпте асты.
Икенсе миҙгелдә лә Саша иҫәпте арттырҙы. Өсөнсө миҙгелдә Трой Джозеф беҙҙең ҡапҡаны “асты”. Бер минут та үтмәне, йәнә Хмелевский Паниндың пасын оҫта файҙаланды.
Алексей Пустозеров – дүртенсе, Вячислав Лещенко бишенсе шайбаны индереп, иҫәпте 5:1-гә еткерҙе. Дәғүәсе еңел генә еңелергә теләмәне. Трой Джозеф уйын бөтөп килгәндә Жоков ҡапҡаһына икенсе шайбаһын ырғытты.
Афарин, юлаевсылар! Үҙебеҙҙең боҙҙа ла еңеүҙәр көтәбеҙ.
Башҡа командаларға килгәндә, күршеләрҙән Магнитогорскиҙың “Металлург”ы быйыл Гагарин кубогын яулаған ЦСКА-ны 4:2 иҫәбенә ҡыйратты. Һөҙөмтәлә ул ике уйындағы өс очкоһы менән Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһының – 3-сө, ә ЦСКА Көнбайыш конференцияһының һигеҙенсе баҫҡысында урынлашты.
СКА иһә “Лада”ла ҡунаҡта булып, уны 3:0 иҫәбенә еңде. Был – төньяҡ баш ҡала клубының төп ваҡытта яулаған 500-сө еңеүе. Ошо уңышҡа өлгәшеү өсөн команда 864 матч үткәргән.
Ә. ХЫЗЫРОВА.