Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Август 2023, 21:05

Бишенсе еңеүсе билдәле булсаҡ

Австралия менән Яңы Зеландияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында барған футбол буйынса донъя чемпионаты ла тамамланыуға яҡынлашты.    

Бөгөн уның финалсылары билдәле булды. Испания командаһы шведкаларҙы 2:1 иҫәбенә еңеп, тәүгә финалға сыҡһа, шулай уҡ Англия уйынсылары ла үҙ тарихында өсөнсө мәртәбә ярымфиналда уйнап, ниһайәт был юлы маҡсатына иреште. Улар беренселек хужаларының береһе – Австралия футболсыларын 3:1 иҫәбенә отоп, испанклар кеүек беренсе тапҡыр чемпионды билдәләйәсәк.

Чемпионаттың тарихына килгәндә, ул 1991 йылдан башлап, хәҙер туғыҙынсыға үтә. Шул арауыҡта дүрт кенә ил чемпионлыҡты яулай. АҠШ футболсылары ғына дүрт мәртәбә (1991, 1999, 2015, 2019 йылдар) еңеүсе була. Шулай уҡ немкалар – ике һәм Япония менән Норвегия ҡатын-ҡыҙҙары берәр тапҡыр Кубокты күккә сөйә.

Рәсәй уйынсылары ике тапҡыр ғына беренселектә уйнай һәм сирекфиналдан үтә алманы.

фото: ТАСС. 

Бишенсе еңеүсе билдәле булсаҡ
Бишенсе еңеүсе билдәле булсаҡ
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: