Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Август 2023, 22:15

Захарян Испания чемпионатына юлланды

“Динамо” футбол клубы тәрбиәләнеүсеһе Арсен Захарянды Европаның төрлө командаларына ҡоҙалай торғас, ниһайәт клублы булды.  

20 йәшлек ярымһаҡсы Испания чемпионатына юлланып, “Реал Сосьедад” клубы намыҫын яҡлаясаҡ. “Динамо” етәкселеге уны 13 миллион евроға һатып ебәргән. Шулай итеп, Европаның топ-командаларында Рәсәйҙән биш футболсы уйнаясаҡ. Захаряндан тыш, Италия беренселегендә Миранчук менән Кокорин сығыш яһаһа, Францияла Головин менән Кузяев уйнай.

Ғөмүмән, беҙҙең футболсыларҙың трансферҙар тарихына килгәндә, иң ҡиммәтлеһе булып Александр Головин һынала. “Монако” клубы уның өсөн ЦСКА-ға 30 миллион евро түләй. Икенсе урында, карьераһына нөктә ҡуйған Юрий Жирков тора. 2009 йылда “Челси” етәкселеге уны ЦСКА-нан 21 миллион евроға алғайны. Шулай уҡ ҙур футболдан китеп, әммә Рәсәйҙең түбәнге лигаһында көн күргән Роман Павлюченконы, “Тотенхем” командаһы заманында 17,4 миллион евроға һатып алғайны. Англия беренселегендә ҙур эҙ ҡалдырған Андрей Аршавинды “Арсенал” клубы заманында 16,5 миллион евроға тиңләй. Ә инде бишенсе баҫҡыста Антон Миранчук. “Аталанта” етәкселеге уға 14,5 миллион евроһын йәлләмәне.

Ә инде Захарянға килгәндә, ул был исемлектә алтынсы булып, Испания чемпионатында элек-электән уйнаған Рәсәй футболсыларынан 28-се уйынсы булып китте.

фото: ТАСС.

Захарян Испания чемпионатына юлланды
Захарян Испания чемпионатына юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: