Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Август 2023, 13:25

Канада Әмировты юҡһына…

Канаданың «Торонто Мейпл Лифс»  командаһы Родион Әмиров хаҡында ҡот осҡос хәбәрҙән  һуң, үҙ аренаһына фотоһын ҡуйған.  

«Мейпл Лифс»  берләшмәһе ошо ауыр яңылыҡтан һуң, үҙенә урын тапмай», тип белдергән клуб президенты. – Торонтоға   бер нисә тапҡыр килеп китеүенә ҡарамаҫтан, талантлы хоккейсы үҙенең көләс йылмайыуы һәм дә тормошҡа ыңғай ҡарашы менән беҙҙе һәм клубтың көйәрмәндәрен әсир итте. Әлбиттә, йәл шундай талантлы, йәш уйынсыны юғалтыу… Беҙ бергә ата-әсәһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ».

«Салауат Юлаев» клубы тәрбиәләнеүсеһе былтыр «Торонто Мейпл Лифс»  командаһы тарафынан драфтланғайны. Уға 2 октябрҙә бары 22 йәш тулыр ине.

фото: ХК Торонто.

Канада Әмировты юҡһына…
Канада Әмировты юҡһына…
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: