Грозный ҡалаһы командаһы ошо осорҙа бер генә еңеү яулап, турнир таблицаһында 11-се баҫҡысты биләй ине. Хәлде төҙәтергә ваҡыт та бар ине, әммә етәкселек нишләптер ашыҡҡан кеүек, сөнки Сергей Тушуев етәкселегендә, “Әхмәт” былтырғы миҙгелдә бишенсе урын алып, үҙ тарихында иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәйне.
Ғөмүмән, башҡа һөҙөмтәләргә килгндә, бер “Краснодар” ғына дүрт уйында дүрт еңеү яуланы. Шулай уҡ “Урал” менән “Крылья Советов” командалары ла еңелеү кисергәне юҡ. Ә бына өс миҙгел рәттән чемпион булған “Зенит” клубы быйылғы миҙгелде әллә ни уңышлы башламаны. Ул ете мәрәй яулап, алтынсы тора.
фото: ТАСС.