Һигеҙ төркөмгә бүленгән 32 команда араһынан 16-һы юлын дауам итәсәк. Бразилия, Италия, Аргентина, Португалия кеүек командалар икенсе раундҡа сыға алманы. Бигерәк тә Бразилия йәл. Команда Ямайка уйынсыларынан еңелеп, ғәрлегенән көйәрмәндәре алдында ғәфү үтенде. Ә бына 1991, 1999, 2015, 2019 йылдарҙа уҙған чемпионатта еңеүсе булған АҠШ футболсылары быйыл да төп призға дәғүә итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ берәр тапҡыр Кубокты күккә сөйгән Норвегия менән Япония ҡатын-ҡыҙҙары ла өмөтөн юғалтмаған. Ә бына АҠШ-тан ҡала ике мәртәбә донъя чемпионы булған немкалар, һуңғы төркөм осрашыуында мәрәй юғалтып, плей-оффҡа сыға алманы.
Шулай итеп, сирекфиналға сығыу өсөн Швейцария командаһы Испания менән осрашһа, японкалар Норвегия уйынсыларына һынау тотоп, береһе бәйгенән төшөп ҡаласаҡ. Англия футболсылары Нигерия командаһы менән уйнаһа, Австралия ҡатын-ҡыҙҙары Данияға һынау тотасаҡ. Нидерланды командаһы Көньяҡ Африка менән, ә Швеция ҡатын-ҡыҙҙары АҠШ командаһы менән көс һынашасаҡ. Шулай уҡ Ямайка уйынсылары Колумбия менән һәм Франция командаһы Марокко менән уйнаясаҡ.
фото: ТАСС.