Унда Рәсәйҙән бары ете спортсыға ғына ҡатнашырға рөхсәт бирелгән. Әйтәйек Олимпия уйындары чемпионы, билдәле Софья Великаяны, София Позднякованы һәм Ян Егорянды халыҡ-ара фехтование федерацияһы турнирға саҡырманы. Шуға ҡарамаҫтан әҙме-күпме беҙҙекеләр нейтраль статуста ярышҡа юлланды. Беренсе ярыш көнөндә үк Рәсәй спортсыһы Вадим Анохин Украина шпажисы менән алышырға тейеш ине. Әммә тегеһе көрәштән баш тартты һәм беҙҙең спортсы тура 1/16 финалға сыҡты.
Украина вәкилдәре алдан уҡ сәйәсәткә таянып, Рәсәй менән Белоруссия булған турнирҙарҙа ҡатнашмаясағын белдергәйне. Әммә нишләптер, белә күреп ярышҡа килгәндәр...
фото: ТАСС.