Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль 2023, 07:35

Яңылыштан еңеү яуланы

Венгрияла уҙған теннис буйынса WTA турнирында Рәсәй спортсыһы Мария Тимофеева тәүгә ҡатнашып, көтмәгәндә үҙ карьераһында ҙур уңышҡа ҡаҙанды.  

Донъя рейтингында 246-сы урынды биләгән 19 йәшлек тенниссы төп уйынға үтә алмай, квалификация бәйгеһендә отола. Әммә, ойоштороусылар Марияға төп сеткала ҡатнашырға мөмкинлек бирәләр.  Икенсе төрлө итеп әйткәндә, лаки-лузер (бәхетле билет) тип атала.  Һәм беҙҙең спортсы әйләнештән-әйләнешкә дәғүәселәрен еңеп, финалға барып етә. Төп бәйгелә ул Украинанан тәжрибәле Катерина Байндльде өс партияла отоп, беренсе тапҡыр  WTA турнирында ҡатнаша һәм тәүгеһендә үк еңеү яулай.

фото: ТАСС. 

Яңылыштан еңеү яуланы
Яңылыштан еңеү яуланы
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: