Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2023, 08:20

Туғандары аҡса йыйып, чемпионтҡа оҙатҡан

Австралия менән Яңы Зеландияла футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты башланды.  

Һигеҙ төркөмгә бүленгән 32 команда дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған бәйгелә көс һынашасаҡ. Әлбиттә, беренселек ҡытыршылыҡтарһыҙ ҙа булманы. Әйтәйек, Ямайка уйынсылары чемпионатҡа барыр өсөн туғандарынан аҡса йыйып барған. Ә бына уҙған беренселек призеры Нидерланды командаһына күнекмәләр уҙғарыр өсөн футболға яраҡһыҙ майҙансыҡ биргәндәр. Шуға ҡарамаҫтан әлеге ваҡытта төркөм уйындары башланып, Австралия менән Ирландия футболсылары осрашыуына 70 меңдән артыҡ көйәрмән барған. Был үҙенсәлекле рекорд булып тора. Ҡалған уйындар ошондай иҫәпкә тамамланған: Англия – Гаити – 1:0, Дания – Ҡытай – 1:0, Япония – Замбия – 5:0,  АҠШ – Вьетнам – 3:0, Испания – Коста-Рика – 3:0, Филиппины – Швейцария – 0:2, Нигерия – Канада – 0:0, Яңы Зеландия – Норвегия- 1:0.

Чемпионаттың тарихына килгәндә, ул 1991 йылдан башлап, хәҙер туғыҙынсыға үтә. Шул арауыҡта дүрт кенә ил чемпионлыҡты яулай. АҠШ футболсылары ғына дүрт мәртәбә (1991, 1999, 2015, 2019 йылдар) еңеүсе була. Шулай уҡ немкалар – ике һәм Япония менән Норвегия ҡатын-ҡыҙҙары берәр тапҡыр Кубокты күккә сөйә.

Рәсәй уйынсылары ике тапҡыр ғына беренселектә уйнай һәм сирекфиналдан үтә алмаған.

фото: ТАСС. 

Туғандары аҡса йыйып, чемпионтҡа оҙатҡан
Туғандары аҡса йыйып, чемпионтҡа оҙатҡан
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: