Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2023, 12:45

Призер еңелеүҙән старт алды

Йома көндө футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига беренселеге сираттағы миҙгелен асты.  

Беренсе булып футбол яланына “Динамо” клубы менән “Краснодар” командаһы сығып, ҡунаҡтар Мәскәү уйынсыларын 3:1 иҫәбенә еңеп, чемпионатты уңышлы башланы. Кисә тағы дүрт уйын уҙҙы. Элитаға ҡайтҡан “Рубин” футболсылары “Локомотив” менән 2:2 иҫәбенә таралышһа, “Урал” иһә, уҙған миҙгел призеры - ЦСКА клубын 2:1 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. Былтырғы чемпион – “Зенит” уйынсылары “Пари НН”  командаһын уның яланында 0:2 иҫәбенә отто. Шулай уҡ “Крылья Советов” командаһы ла Грозныйҙан өс мәрәй менән ҡайтты.

фото: ТАСС. 

Призер еңелеүҙән старт алды
Призер еңелеүҙән старт алды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас: