Спорт
14 Июль 2023, 11:40

Головин артынан Кузяев та Францияға юлланды

Рәсәй йыйылма командаһы футболсыһы, “Зенит” клубында оҙаҡ ваҡыт сығыш яһаған ярымһаҡсы Диляр Кузяев, ниһайәт сит илгә юлланды.  

Ул, Францияның ярлы ғына “Гавр” командаһы менән ике миҙгелгә килешеү төҙөнө. “Гавр” клубы үҙенең бай тарихи менән маҡтана алмай. Сөнки команда элек-электән чемпионаттың түбәнге лигаһында сығыш яһай. Әле лә бына 14 миҙгел буйы түбәндә йөрөп, быйыл элитаға сыҡты. Дөйөм бюджеты ла 20 миллион евроға тиң. Шуға ла унда ике миллион евронан ҡиммәтерәк уйынсылар уйнамай. Кузяевта аҡса артынан түгел, ә нисек тә булһа сит ил беренселегендә үҙен һынамаҡсы булған. Сөнки “Зенит”та ул өс миллион евроға яҡын алып уйнаған.

фото: ТАСС. 

Головин артынан Кузяев та Францияға юлланды
Головин артынан Кузяев та Францияға юлланды
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас