Спорт
25 Июнь 2023, 07:50

Дүрт йыл буйы данламайҙар...

Хоккей буйынса НХЛ-да уйнаған иң яҡшы уйынсыларҙы йыл һайын рәсми рәүештә Дан залына индерәләр.  

Әммә, НХЛ-да уйнаған һәм уйнап тамамлаған Рәсәй хоккейсылары дүрт йыл инде ул исемлектә күренгәне юҡ. Уға күптән дәғүә иткән данлыҡлы Борис Михайлов, Александр Мальцев, Александр Могильный һәм Сергей Гончар кеүек уйынсылар үҙ сиратын көтөп ҡала.

Быға тиклем беҙҙең легендаларҙан туғыҙ уйынсы ғына Дан залында урын алған. Беренсе булып ул исемлеккә уҙған быуаттың 1974 йылында данлыҡлы Анатолий Тарасов индерелә. 1989 йылда билдәле ҡапҡа һаҡсыһы Владислав Третьяк урын алһа, 2001 йылда Вячеслав Фетисовҡа дан килә. Дүрт йылдан һун сират Валерий Харламовҡа ла етә. Унан һуң, 2008 йылда - Игорь Ларионов, 2012 йылда - Павел Буре, 2015 йылда - Сергей Федоров, 2016 йылда - Сергей Макаров һәм 2019 йылда Сергей Зубовҡа сират етә.

фото: ТАСС.

Дүрт йыл буйы данламайҙар...
Дүрт йыл буйы данламайҙар...
Автор:Нур Ҡәҙербаев
Читайте нас