Унда беҙ ҡатнашмағас, элекке Союздаш республика командаларының сығышы ҡыҙыҡһындыра. Әйтәйек, Грузия, Әрмәнстан, Ҡаҙағстандың уйынсылары әллә ни көслө дөғүәселәре менән осрашмаһа ла, ситтән еңеү менән ҡайтты. Мәҫәлән, грузиндар Кипр командаһын 2:1 иҫәбенә отоп, үҙ төркөмөндә икенсе урынға күтәрелде. Әрмәнстан иһә, көтмәгәндә көслө генә Уэльс уйынсыларын уларҙың яланында 4:2 иҫәбенә еңде. Ҡаҙағстан футболсылары Сан-Мариноны 3:0 иҫәбенә отоп, үҙ төркөмөндә ике команда менән 1-3-сө урындарҙы бүлешә. Украина командаһы Төньяҡ Македонияны 3:2 иҫәбенә алдырҙы. Литва командаһы Болгария менән 1:1 иҫәбенә уйнаһа, Әзербайжан эстондар менән шул уҡ иҫәпкә таралышты. Ә бына Белоруссия уйынсылары Израилгә отолоп, өсөнсө тур еңеү тәмен тоймай. Латыштар төрөктәргә 2:3 иҫәбенә бирелде.
фото: ТАСС.