Башта улар беренсе лигаға төшөп, унда ла нығына алмай хәҙер икенсе лигала урын алды. Ҡайһы бер фараздарға таянғанда, оҙаҡламай клубтың юҡҡа сығыуы ихтимал. Етәкселек киләсәккә ҙур пландар ҡорһа ла, эштәре ҡағыҙҙа ғына ҡалды, буғай. Команданың. хөҙер инде экс генераль директоры Шамил Ғәзизов әйтмешләй, 12 йыл дәүерендә команданы юғары кимәлгә еткереп, республикабыҙҙа һөйөү яулаһа ла, хөкүмәт тарафынан ярҙам булманы. Аҡсаһыҙлыҡтан, башта һәйбәт уйынсыларын һатты, һуңынан хатта автобусын да "осорорға" булды.
Хәҙер республикабыҙҙа халыҡты ҡыуандырырлыҡ бер «Салауат Юлаев» клубы ғына ҡалды. Уның да яҙмышын ҡайһы бер белгестәр һәйбәт тип баһаламай.
Ә бит күрше Татарстан республикаһында юғары кимәлдә уйнаған өс хоккей клубы, ике футбол клубы, ике волейбол клубы. баскетбол... ғөмүмән һәр спорт төрөнән бихисап командалары бар.
фото: ТАСС.